Һөйөү хаҡы читать онлайн

О книге

Автор:

Жанр:

Издано в 2025 году.

У нас нет данных о номере издания.

Аннотация

Какова цена любви? Что нужно сделать, чтобы стать счастливой? Иногда это зависит не только от тебя.

Гульшат Хажиева-Нурдавлетова - Һөйөү хаҡы


Ҡайһы берҙә үҙеңде тутыйғош һымаҡ тояһың.

– Һаумыһығыҙ! Һеҙгә пакет кәрәкме?

– Ташлама картаһы бармы?

– Наличкамы йә картамы?

– Һатып алыуығыҙ өсөн рәхмәт! Тағы ла килегеҙ!

Шунан ҡабаттан.

– Һаумыһығыҙ! Пакет кәрәкме?

– Ташлама картаһы бармы?…

Ааааа …. Сәсең йолҡҡоларҙай булаһың шул саҡ. Ләкин эмоциялар эстә генә ҡайнай, касса алдында өйкөлгән халыҡ алдында бер ни булмағандай йылмайырға ғына тура килә. Уларҙың ғәйебе юҡ бит.

– Һеҙ миңә ике икмәк һанағанһығыҙ? Мин бер генә икмәк алдым.

– Ой, ғәфү итегеҙ. Яңылыш баҫҡанмын, ахыры.

– Әллә инде, әллә яңылыш, әллә юрамалмы…

Һүҙ ҡуйыртыу һәм нимәлер иҫбатлау урынһыҙ.

– Хәҙер аҡсаһын кире ҡайтарам, бер-ике минут ..

Сираттағы кешеләрҙең йөҙөндә ҡәнәғәтһеҙлек сағылды…Аңлашыла,бер кемдең дә артыҡ көтәһе килмәй..

Хаталы чек хужаһы, минең өтәләнгемде тойоп:

– Йә, ярай, ҡайтарып тормағыҙ… Тағы бер икмәк алам да ҡуям, – тип касса эргәһенән китте….

Мин тағы бер клиентты хеҙмәтләндергән ыңғайы, кәштәләргә тауар урынлаштырған Надяға смс яҙҙым:

“ Ярты сәғәткә генә алмаштыр әле…”

“ Ярты сәғәт оҙаҡ…”

Ярай, ун биш минут, бик булмаһа ун минут…. “

…Һалҡын һыу менән битемде бер нисә ҡабат йыуғас, әҙерәк тынысланғандай иттем. Һуңғы арала ни өсөндөр ныҡ йонсоғанлыҡ, хатта апатия тоям. Эшемдән ялҡтыммы? Биш йылға яҡын эшләйем бит инде, күп нәмә автоматик рәүештә. Әллә бүтән сәбәпме? Арығанлыҡ шулай беленәме? Бер уйлаһаң, әллә ни проблемалар юҡ та һымаҡ. Ҡыҙым аллаға шөкөр, уҡып йөрөй, үҫмер йәшендә булһа ла, башты ҡаңғыртмай… Ял көндәрендә икәүләшеп урам буйына сығалар, киноға, кафеға баралар. Ә бына яңғыҙым ҡалһам, ниндәйҙер тынысһыҙлыҡ тоям.

Ярай, әле тап ошо мәлдә был хаҡта уйларға ваҡыт юҡ. Ун минут үтте инде, эш урынына ҡайтырға кәрәк.

Бәҙрәфтән сыҡҡан ыңғайы артҡы ишек шығырлағанға шул яҡҡа күҙ һалдым. Таныш булмаған бер егет тауар ташый. Яңы йөк ташыусы ҡабул иткәндәр, ахыры. Эш хаҡы түбәнерәк булғас, ир-ат был эште үҙһенмәй, берәү китә, берәү килә… Күптәр өсөн ваҡытлыса ғына эш.

Егет, бер утыҙ йәштәрҙәлер, үҙенә төбәлгән ҡарашты тойҙо, сәләм тигәндәй ҡул болғаны. Ни өсөндөр йөрәгем келт итте, ир күргәне юҡмы…


С этой книгой читают